06:34 (UTC+5), 10 Июнь 2024

Үзбәкстанда республикабыҙ юғары уҡыу йортоноң филиалы асыла

Фото: Илнур Мухьянов
Дарья Субботина

Үзбәкстанға эш сәфәре барышында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин Үзбәкстандың юғары белем биреү, фән һәм инновациялар министры Конгратбай Шәрипов менән осрашты.

«Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Конгратбай Шәрипов менән Үзбәкстанда республикабыҙҙың  юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының береһенең вәкиллеген һәм филиалын асыу өсөн эш башларға тип һөйләштек. Ғөмүмән, юғары һәм урта һөнәри белем биреү өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙек, квалификациялы эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерләү өлкәһендә методик эштәр менән алмашыу хаҡында һөйләшеп килештек. Тиҙҙән эшкә тотонабыҙ», – тип хәбәр итте Урал Килсенбаев.

Быйыл Башҡортостанда меңдән ашыу Үзбәкстан гражданы уҡый. Бөгөнгә ике республиканың юғары уҡыу йорттары араһында ғилми, белем биреү, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында 23 килешеүгә, Үзбәкстан партнерҙары менән алмашыу программаларын ғәмәлгә ашырыу хаҡында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге быйыл Үзбәкстандың өс университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән, Үзбәкстандың юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары өсөн Евразия ғилми-белем биреү үҙәге тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре буйынса кампуста квалификация күтәреү курстарын үткәреү тураһында килешеүгә өлгәшелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-09/v-uzbekistane-otkroetsya-filial-odnogo-iz-krupneyshih-vuzov-bashkirii-3804374

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика