Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2024, 13:07

Республикала сәсеү тамамланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда 2024 йылғы сәсеү кампанияһы рәсми рәүештә тамамланды, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында. Республика аграрийҙары, ҡатмарлы һауа шарттарына, ҡырау төшөүгә һәм ҡар яуыуға ҡарамаҫтан, был эште һәйбәт башҡарып сыҡты. Ошо көндәрҙә Башҡортостан хужалыҡтары ҡарабойҙайҙы сәсеп бөттө.

Ике миллион гектарҙан ашыу майҙанда — яҙғы, 1,27 миллион гектарҙа иһә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән. Майҙандарҙың яртыһын — бойҙай, ҡалғанын арпа, һоло һәм башҡа культуралар биләй.

Хәйбулла, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Илеш һәм Мәләүез райондарында яҙғы культуралар 42-76 мең гектарҙа сәселгән.

«Аграрийҙарыбыҙға эштәре өсөн рәхмәт белдерәм һәм уңыштар теләйем!», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-10/v-bashkirii-zavershilas-posevnaya-kampaniya-3804703

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас