07:09 (UTC+5), 06 Июня 2024

Республика халҡы өсөн 141 рәсми пляж асылды

Фото: Ксения Калинина
Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн 141 рәсми пляж асылды, тағы ла ошондай 10 һыу инеү урынын әҙерләү эштәре бара. Был хаҡта 6 июндә «Рәсәй» медиаүҙәгендә журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы начальнигы Марат Латипов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, рәсми пляждар асыуға йәмғеһе 155 заявка ҡабул ителгән, әле уларҙың бер өлөшө ҡарауҙа.

«Йылға-күлдәрҙә хәүефһеҙ ял итеүҙең төп шарты — ҡотҡарыусылар дежур иткән, ҡотҡарыу саралары булған, төбө таҙартылған, көслө ағым һәм һыу аҫтында соҡорҙар, ылымыҡтар булмаған урындарҙа ғына һыу инеү, —  тип билдәләне ведомство етәксеһе һәм статистика мәғлүмәттәрен килтерҙе. — Былтыр 11 бала батып үлгән. Быйыл һыу объекттарындағы фажиғә тураһында 27 хәбәр килгән, 21 кешенең ғүмере өҙөлгән, улар араһында өс бала бар. 1 июндә башланған һыу инеү миҙгелендә әлегә һәләк булыусылар  юҡ, артабан да шулай булһын».

Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфө йылғаларында һыу патруле эшләүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-06/dlya-zhiteley-bashkirii-otkryli-141-ofitsialnyy-plyazh-3800151

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика