17:05 (UTC+5), 05 Июня 2024

Башҡортостанда ишле ғаиләләрҙәге уҡыусылар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөргә мөмкин

Элина Әхмәтова

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова бөгөн Дәүләт Йыйылышында ҡануниәткә төҙәтмәләр проекты менән таныштырҙы. Төп яңылыҡ — күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортының бөтә төрҙәрендә лә бушлай йөрөргә рөхсәт итеү (уҡыу йылы дауамында көнөнә ике тапҡыр). Шул уҡ ваҡытта аҙ тәьмин ителгәнлек критерийы иҫәпкә алынмай. Республикала бындай льготаны барлыҡ ишле ғаиләләргә лә бирергә ниәтләйҙәр. Хәҙер илдә күп балалылыҡ критерийы бер генә — өс бала, шул иҫәптән тәрбиәгә алынғандар.

Льгота 2024 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инер тип планлаштырыла. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә аҡса талап ителә, тип билдәләне министр урынбаҫары.

— Киләһе уҡыу йылынан ҡала ерендә йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар уҡыған көндәрҙә ҡала йәмәғәт транспортында: автобуста, троллейбуста һәм трамвайҙа бөшлай йөрөй ала. Сығым йөкләмәләрен республика үҙ өҫтөнә ала, — тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай  рәйесе Константин Толкачёв.

Бынан тыш, ишле ғаиләләргә муниципаль һәм республика милкендәге музейҙарға, парктарға бушлай инеү мөмкинлеге бирергә тәҡдим ителә. Ошо льготаны тормошҡа ашырыу өсөн ғаиләләргә тейешле танытма алырға кәрәк.

«Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр дәүләттең уларға хөрмәт менән ҡарағанын тойорға тейеш», — тине Ольга Кабанова.

Закон проекты киләһе пленар ултырышта тәүге уҡыуҙа ҡарауға сығарылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-05/v-bashkirii-sdelayut-besplatnym-proezd-dlya-shkolnikov-iz-mnogodetnyh-semey-3798484

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика