07:48 (UTC+5), 05 Июнь 2024

Башҡортостанда география, химия һәм әҙәбиәт буйынса БДИ һөҙөмтәләре билдәле булды

Фото: Олег Яровиков
Ксения Калинина

Башҡортостанда 23 майҙа география, химия һәм әҙәбиәттән уҙғарылған имтихан һөҙөмтәләре билдәле булды. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, быйыл республикала химия буйынса йөҙ балл йыйған эштәр — 45. Былтыр улар 18 ине.

«Был уҡыусыларҙың тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылышы, шулай уҡ уҡытыусыларыбыҙҙың ғәйәт ҙур хеҙмәте хаҡында һөйләй, — тип билдәләне Урал Килсенбаев. — Быйыл 2423 сығарылыш уҡыусыһы химиянан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы, уларҙың 630-ы 81 һәм унан юғарыраҡ балл йыйҙы. Республика етәксеһе тәҡдиме менән БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларға — 50 мең, ә максималь балл туплап, республиканың юғары уҡыу йорттарына ингән йәштәргә 150 мең һум күләмендә премия түләнә. Мәктәп тамамлаусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын юғары һөҙөмтәләр менән ҡотлайым. Уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары менән ғорурланабыҙ! Афарин!»

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-05/v-bashkirii-prishli-pervye-rezultaty-ege-po-geografii-himii-i-literature-3798329

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика