16:21 (UTC+5), 04 Июня 2024

Башҡортостанда Салауат Юлаевтың тыуған ауылы урынында «Салауат ере» паркы асыла

Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда Салауат Юлаев тыуып үҫкән Тәкәй ауылы урынында «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркы асыла. Комплексты асыу тантанаһы милли батырыбыҙҙың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы көнөнә — 16 июнгә билдәләнгән.

Үҙенсәлекле тарихи парктың концепцияһын халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» әҫәре буйынса әҙерләгәндәр. Һәр үҙәндә «Тыуған илде һағыныу », «Бала саҡ», «Әсә менән осрашыу», «Михнәтле юл», «Халыҡ менән һөйләшеү», «Салауат һәм уның атаһы Юлай» һәм «Йыуаныс» тигән тематик пункттар бар.

«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко һөйләүенсә, «Салауат ере» паркын асыу республиканың төньяҡ-көнсығышында туризмды үҫтереү өсөн яңы этәргес бирергә тейеш.

«Беҙҙең, Башҡортостан халҡы өсөн Салауат Юлаев милли герой ғына түгел,  республикабыҙ символы ла. «Салауат ере» паркына туристарҙан һәм тарихсыларҙан тыш, ябай кешеләр ҙә килер тип ышанам. Сөнки был комплекс Салауат Юлаев, ғөмүмән, Башҡортостан, уның тарихы, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында», — тип билдәләне министр.

«Салауат ере» тарихи-мемориаль паркын асыу Башҡортостан тарихында Салауат Юлаевтың хәтерен һаҡлау йәһәтенән иң әһәмиәтле ваҡиға булмаҡсы, тип иҫәпләй республиканың Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев.

«Сөнки Салауаттың тыуған ауылы Тәкәйҙең бер өлөшө нисәмә йылдар Силәбе өлкәһенә ҡарай ине. Тап шуға ла беҙ унда мемориаль комплекстар төҙөй алманыҡ. Өс йыл элек кенә төбәктәр араһындағы килешеү буйынса Силәбе өлкәһе ошо сик буйындағы биләмәнең бер өлөшөн Башҡортостанға тапшырҙы. Шул ваҡытта «Янғантау» геопаркы был урында «Салауат ере» төҙөү эштәренә тотондо, беҙ уны 16 июндә асабыҙ», — тип һөйләне ул парктың барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында.

Уның һүҙҙәренсә, комплекстың дөйөм майҙаны — 4,5 гектарға яҡын. Биләмәлә мемориаль комплекс төҙөлгән, күҙәтеү майҙансыҡтары, музей һәм «йәшел театр», бик күп арт-объекттар, стелалар һәм бәләкәй архитектура формалары, шулай уҡ Салауаттың шиғырҙары яҙылған стендтар бар.

 «Иң мөһиме, парк биләмәһенә тиклем сифатлы асфальт юл түшәлгән, беҙ бында туристарҙы йәлеп итә башлайбыҙ, шул иҫәптән коммерция турҙары ҡаралған. Асылған көндө «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы сиктәрендә «Салауат ере »паркына республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән 100-гә яҡын пенсионерҙың килеүе көтөлә», — тип өҫтәне турменеджер.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-04/v-bashkirii-na-meste-rodnoy-derevni-salavata-yulaeva-otkroyut-park-salauat-ere-3797317

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика