Синоптиктар фаразлауынса, шишәмбе, 4 июндә, урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +23, +28°.
Шаршамбы, 5 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә +12, +17°, көндөҙ +24, +29°.
Кесаҙна, 6 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +23, +28°.
Бынан алдараҡ Өфөлә ҡотҡарыусылар йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәрткәйне.