14:23 (UTC+5), 04 Июня 2024

Башҡортостанда «Аҡыллы ҡала» системаһы элементтары индерелә — Радий Хәбиров

Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Галина Бахшиева

Башҡортостандың ҡала-ауылдарында планлы рәүештә «Аҡыллы ҡала» системаһы элементтары индерелә, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, байтаҡ йүнәлештәр буйынса эш алып барыла. Ғөмүмән, республикала интеллектуаль видеокүҙәтеү системалары үҫешә.

2019 йылдан башлап «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә йорт яны биләмәләрендә 2228 видеокүҙәтеү камераһы  эшләй. 2024 йылға тағы ла 700 камера ҡуйыу планлаштырыла. Хәҙер һәр яңыртылған ихатаға уртаса өсәр камера тура килә. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, парк зоналарын, парковкаларҙы, подъездарға инеү урындары күренә.

Бынан тыш, 2019 йылдан 1816 видеокамера «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса ҡуйылған.

«Өфөнөң 450 йыллығы алдынан республиканың баш ҡалаһына ҙур иғтибар бүләбеҙ. Өфөлә йәмғеһе 2852 видеокүҙәтеү камераһы бар. Улар ярҙамында быйыл дүрт айҙа ғына 14 енәйәт асылды, — тине Радий Хәбиров. — Заманса технологияларҙы үҫтереүҙе дауам итербеҙ, халыҡтың тормош сифатын күтәрербеҙ».

Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәрен һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү тураһында Башинформ материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2024-06-04/v-bashkirii-planomerno-vnedryayutsya-elementy-sistemy-umnyy-gorod-radiy-habirov-3797604

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика