17:16 (UTC+5), 03 Июня 2024

Радий Хәбиров «Китап байрамы»нда филателистар осрашыуын ойошторорға тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә уҙған икенсе халыҡ-ара китап йәрминкәһе йомғаҡтарын баһалап, «Китап байрамы»н Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип атаны.

«24 майҙан 26-һына тиклем Өфөнөң Совет майҙанында Халыҡ-ара китап йәрминкәһе гөрләне. Беҙҙең байрамға 173 мең кеше килде, был үткән йылға ҡарағанда 10 меңгә күберәк. Нәшриәттәр иҫәбенән ҡатнашыусылар байтаҡ ине. Беҙ ошо форум барышында Федор Шаляпин исемендәге Музыка музейын астыҡ. Минең генә фекерем түгел, эксперттар әйтеүенсә лә, Рәсәйҙә был — иң яҡшы китап йәрминкәһе», — тине Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә.

Ул шулай уҡ өсөнсө китап йәрминкәһенә әҙерләнә башларға ҡушты һәм киләһе йылда «Китап байрамы» майҙансығында филателистарҙың осрашыуын ойошторорға тигән тәҡдим индерҙе.

«Йәшермәйем, бала сағымда филателия менән шөғөлләндем. Ул ваҡытта китап йәрминкәләрендә филателистарҙың, букинистарҙың осрашыуҙары үткәрелә торғайны. Уларға берәй урын асығыҙ, китапханасыларҙы ла саҡырырға мөмкин. Беҙҙең йәрминкә Рәсәйҙең төп китап йәрминкәһе булырға тейеш», — тине ул, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға мөрәжәғәт итеп.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-03/glava-bashkirii-predlozhil-organizovat-vstrechu-filatelistov-na-kitap-bayrame-3795785

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика