11:02 (UTC+5), 03 Июня 2024

Башҡортостан Башлығы Стратегик башланғыстар агентлығынан йәшәү сифаты рейтингын күтәрергә ҡушты

Фото: трансляциянан скриншот
Ләйсән Закирова

Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы 2023 йыл өсөн Стратегик башланғыстар агентлығы версияһы буйынса йәшәү сифаты рейтингы мәғлүмәттәренә үҙ фекерен белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан тәүге тапҡыр алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде, исемлектә республикабыҙ 12-се урынды биләй. 2021 йылда беҙ – 40-сы, 2022 йылда иһә 25-се урында инек.

«Башҡортостан Республикаһы беренселәй Рәсәйҙең тәүге 20 төбәге иҫәбенә инде һәм 12-се урынды алды. Рейтингта Рәсәйҙең барлыҡ 89 субъекты ла баһаланғанын иҫәпкә алғанда, был яҡшы. Экологик именлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф күрһәткестәре, ғаиләләргә ярҙам итеү, таҙалыҡ, хәүефһеҙлек, йәғни мөһим интеграль күрһәткестәр иҫәпкә алынған.

Агентлыҡ рейтингты халыҡтың фекеренә таянып төҙөгән. Беҙ еңеп сығырға өйрәнгәнбеҙ, 12-се урын – яҡшы һөҙөмтә, ләкин юғарыға ынтылырға кәрәк», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-03/glava-bashkirii-poruchil-povyshat-reyting-kachestva-zhizni-ot-asi-3795797

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика