10:38 (UTC+5), 31 Мая 2024

Ҡорбан байрамында Өфөнөң 23 мәсетендә байрам намаҙҙары уҡыла

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйлә Аралбаева

Быйыл 16 июндә мосолмандар төп дини байрамдарҙың береһен билдәләй. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, баш ҡаланың 23 мәсетендә байрам намаҙҙары уҡыла. Кесаҙна Өфөлә дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышында Ҡорбан байрамы уңайынан сараларҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

«Карауан» сауҙа комплексы һәм Төньяҡ автовокзал биләмәһендә ҡорбан салыу өсөн майҙансыҡтар асыла.  Байрам ойошторолған урындарҙа ветеринария хеҙмәттәре эшләй, уларҙың төп бурысы – ниндәйҙер сир билдәләре булған ҡорбан малдарын майҙансыҡҡа килтереүгә юл ҡуймау.

– Беҙҙең тәүге сираттағы бурысыбыҙ – хәүефле инфекцияларҙың һәм ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн именлекте тәьмин итеү, тейешле талаптарҙы үтәү һәм тәртип булдырыу. Саралар бик күп ведомстволарҙың һәм структураларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүен талап итә, – тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-30/v-kurban-bayram-bogosluzheniya-sostoyatsya-v-23-mechetyah-ufy-3792090

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика