Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2024, 11:56

Республикала тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында боҙ-борсаҡ яуған

социаль селтәрҙәр
Фото: социаль селтәрҙәр

Кисә Балтас районында тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында боҙ-борсаҡ яуған. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙә фотоһүрәттәр менән бүлешкән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә кис көнө республикала һауа торошо боҙолдо, йәшенле ямғыр, боҙ-борсаҡ яуҙы. Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Мишкә, Ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл райондарының 49 ауылында электр тәьминәте өлөшләтә йәки тулыһынса зыян күргән. Бөгөн дә синоптиктар йәшен вәғәҙәләй, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-30/v-bashkirii-vypal-grad-razmerom-s-kurinoe-yaytso-3790985

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас