Бөгөн Башҡортостанда «Автобус» операцияһы башланды. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автобус водителдәренең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүенә, автобустарҙың техник торошон тикшереүгә, водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял режимын үтәүен контролдә тотоуға етди иғтибар бүлә.
«Төп бурыс — йәмәғәт транспортына өҫтөнлөк биргән пассажирҙарҙың именлеген тәьмин итеү. Пассажир йөрөткән автобус водителдәре пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы икәнен аңларға тейеш. Транспортта пассажирҙарҙың именлеген тикшереү буйынса сараларҙы аңлап ҡабул итергә саҡырабыҙ, сөнки был кеше ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда автомобиль юлдарында хәрәкәтте ваҡытлыса сикләүҙе законлаштырырға теләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.