Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2024, 16:30

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы

Галина Бахшиева
Фото: Галина Бахшиева

Башгидромет алдағы көндәргә һауа торошона фараз менән таныштырҙы.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин. Айырым райондарҙа йәшен. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +16, +21 градус, көньяҡта +26-ға тиклем.

31 майҙа яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, төньяҡ-көнсығышта +1-гә тиклем, көндөҙ +21, +26 градус.

1 июндә яуым-төшөмһөҙ, көньяҡта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, төньяҡ-көнсығышта +1-гә тиклем, көндөҙ +21, +26 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-30/sinoptiki-bashkirii-rasskazali-kakoy-budet-pogoda-v-blizhayshie-dni-3790733

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас