Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһы буйында Сухум ҡалаһындағы кеүек колоннада төҙөү эштәре бара.
«Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа Өфөлә башҡорт һәм абхаз халыҡтарының дуҫлыҡ символын булдырыу башланғысы өсөн рәхмәт, — тип яҙа Өфө мэры Ратмир Мәүлиев үҙенең телеграм-каналында. — Ул ҡалабыҙҙың күркәм биҙәге булыр тип ышанам».
Төҙөүселәр колоннаданы тәбиғи таш менән йөҙләй башлаған. Асыу тантанаһы быйыл 31 авгусҡа билдәләнгән.