11:35 (UTC+5), 28 Май 2024

Өфө уҡыусыһы Путиндан бүләк алды

Фото: Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор
Әлфиә Әһлиуллина

Өфө уҡыусыһы президент Владимир Путиндан бүләк алды. Дәүләт башлығының автографлы портретын йәш яҡташыбыҙға Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов тапшырҙы. Тантаналы сара 27 майҙа президенттың Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә уҙҙы.

Өсөнсө класс уҡыусыһы Кирилл Касимов Владимир Путинға уның автографлы портретын, ә киләсәктә татамиҙа шәхсән осрашырға теләүен һорап хат яҙған булған. Малай ҙа, президент кеүек үк, дзюдо менән етди шөғөлләнә.

Кирилдың әсәһе Светлана Касимова улының мәктәптә яҡшы уҡыуы һәм спортты яратыуы хаҡында һөйләй.

«Беҙҙең президент — Кирилдың кумиры, ул Рәсәй Гимнын яттан белә, яңылыҡтарҙы иғтибар менән күҙәтеп бара. Лидерыбыҙҙың алып барған курсын тулыһынса хуплайбыҙ. Уның аҡылы, көсө, харизмаһы һоҡландыра. Ул мәңгелеккә ил тарихында етди ҡарарҙар ҡабул иткән етәксе булып ҡалыр. Үҙем һәм балаларым өсөн ул ҡыйыулыҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө. Ул күп эштәр башҡарҙы һәм беҙ яҡшыраҡ, уңайлыраҡ йәшәһен өсөн эшләүен дауам итә», - тине Светлана Валерьевна. Тормош иптәше менән ул ике бала тәрбиәләй. Кирилдың Сабина исемле һеңлеһе бар.

Алексей Касьянов ғаилә менән аралашты, эш кабинетын күрһәтте, президенттың Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе буйлап экскурсия үткәрҙе, һуңынан Кирилға һаулыҡ, именлек һәм уҡыуында уңыштар теләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-28/shkolnik-iz-ufy-poluchil-podarok-ot-putina-3788154

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика