10:45 (UTC+5), 27 Мая 2024

«Башҡорт» кәләш алған

Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Ләйсән Закирова

24 майҙа Сибайҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Башҡорт» позывнойлы яугир өйләнгән. Былтыр яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институтын тамамлаған. Быйыл ғинуарҙан алып махсус хәрби операцияла взвод командиры булып хеҙмәт итә. Әйткәндәй, туйҙа, үҙенең тыуған көнөндә, яугиргә 24 йәш тулған.

Шул уҡ көндө тағы бер хәрби һөйгәне менән ғаилә ҡорған, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Йәш ғаиләләрҙе хакимиәт башлығы Азамат Юлдашбаев ҡотлаған. Яугирҙәргә хеҙмәт һәм хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырылған.

«Ҡәҙерле йәштәр, һеҙҙе ысын күңелдән ошо иҫтәлекле көнөгөҙ менән ҡотлайым! Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән ир-егеттәребеҙ менән ныҡ ғорурланабыҙ. Яугирҙәргә тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, ә хәләл ефеттәренә сабырлыҡ теләйем. Барыһы ла килеп сығыр, ауырлыҡтар артта ҡалыр тип ышанам,  тине Азамат Мырҙағәли улы.  Бер-берегеҙҙе яратығыҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм бөгөнгөләй бәхетле булығыҙ. Бәхет һәм мөхәббәт теләйем!»

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-05-27/boets-iz-sibaya-s-pozyvnym-bashkir-sygral-v-otpuske-svadbu-3786945

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика