11:31 (UTC+5), 24 Мая 2024

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операция ихтыяждарына 3 миллион һум аҡса тапшырған

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

Үҙ теләге менән генерал Таһир Күсимов исемендәге өсөнсө батальондың медицина взводына хеҙмәт иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операция ихтыяжына 3 миллион һум аҡса тапшырған.

«Әсән» ҡушаматлы яугир 20 көнлөк реабилитацияға ҡайтҡан. Яу яланында уның ҡабырғаһы һынған. Әммә хәрбиҙәр алған йәрәхәттәр менән сағыштырғанда, был еңелсә имгәнеү генә, ти билдәле яҡташыбыҙ. Шуға ла ул оборона министрлығы бүлгән 3 миллион һум компенсацияны еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлтергә ниәтләгән.

Республика башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов менән һөйләшкәндән һуң, ул «Башҡортостан» полкына пилотһыҙ осоу аппараттары һәм медицина ротаһына башҡа кәрәк-яраҡтар, ә инде ҡалған суммаға Бишбүләк һәм Дүртөйлө райондарында маскировка селтәрҙәре үргән ирекмәндәргә тейешле материалдар һатып алырға ҡарар иткән.

«Ошо егеттәр менән ғорурланам, унда улар менән бергә, санитар һәм водитель булып, бәләкәй генә өлөш индерә алыуым менән ғорурланам», - тип Радик Динәхмәтовтың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан юлдаш телеканалы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-05-24/zasluzhennyy-artist-bashkirii-radik-dinahmetov-pozhertvoval-na-nuzhdy-svo-3-mln-3781310

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика