05:41 (UTC+5), 23 Мая 2024

24 майҙа Өфөнөң сығарылыш класс уҡыусылары гранд-вальс өйөрөлә

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән
Дарья Субботина

24 майҙа Өфөнөң ун беренсе класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Ошо уңайҙан мәктәптәрҙә тантаналы саралар үткәрелә. Был көндө «Торатау» конгресс-холы майҙансығында мәктәп тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн байрам ойошторола. Ул «Мәктәп йылдары» вальсын башҡарыуҙан башлана. Артабан сығарылыш класы уҡыусылары баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығы айҡанлы Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған «Өфө йүкәләре» гранд-вальсын өйөрөлә. Концерт программаһында шулай уҡ уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары хоры, флешмоб бар. Сара фейерверк-серпантин менән тамамлана.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2024 йылда Өфө мәктәптәрен 4300-ҙән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы тамамлай. Шул уҡ көндө 12 меңдән ашыу туғыҙынсылар өсөн тантаналы линейкалар уҙғарыла.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-23/ufimskie-vypuskniki-shkol-24-maya-zakruzhatsya-v-grand-valse-3779068

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика