Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2024, 15:12

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртә

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын хәүефле метеорологик күренештәр тураһында иҫкәртә: шаршамбы, 22 майҙа, республикала урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә, көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.

Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, көндөҙ айырым райондарҙа секундына 18 метрға етеүе мөмкин.

Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +16, +21°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында шыйыҡ томан, 1-2 километрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-21/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-grozah-i-silnom-vetre-3776365

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас