12:47 (UTC+5), 21 Мая 2024

Башҡортостан Башлығы газ эшкәртеү буйынса яңы ҡулайламаны сафҡа индереүгә старт бирҙе

Азат Ғиззәтуллин

21 майҙа Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумын һәм 32-се «Газ. Нефть. Технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһен асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» йәмғиәтенең Дыуан районында урынлашҡан «Мәтәле» етештереү базаһында газ эшкәртеү буйынса яңы юғары технологиялы ҡулайламаны сафҡа индереүгә старт бирҙе. Ул Мәтәле ятҡылығында эйәрсен нефть газын файҙалы ҡулланыу дәрәжәһен 96,5% еткерергә мөмкинлек бирә. Газ ҡатнашмаһының бер өлөшө сәнәғәт һәм көнкүреш ҡулланыусыларына йүнәлтелә, ә бер өлөшө «Мәтәле» электр станцияһында үҙ электр энергияһын сығарыу өсөн яғыулыҡ булып хеҙмәт итә. Йылына 75 миллион кВт*сәғәттән ашыу электр энергияһы етештергән «Мәтәле» электр станцияһы компанияның Краснокама районындағы Арлан һәм Нарат ятҡылыҡтарында нефть промыслаһы ҡорамалдарының эшен тәьмин итә.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Ғафури районында ҡасаба-ара газ үткәргесте сафҡа индерергә рөхсәт бирҙе, был 110-дан ашыу йортто һәм яҡынса 6 социаль объектты газға тоташтырырға мөмкинлек бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башына республикала газ үткәреү кимәле 85,6% тәшкил итә. Бөгөн Өфөлә ИНТЭКО инжиниринг компанияһының нефть-газ ҡорамалдарын етештереү һәм сервис хеҙмәтләндереүе буйынса юғары технологиялы комплекс эшенә лә старт бирелде. Ошо 700 миллион һумлыҡ инвестиция проектын компания 2020 йылдан башлап тормошҡа ашыра, 50 эш урыны бар. Завод файҙаланыуға тапшырылған һәм сериялы продукция етештерә башлаған.

Компания 2009 йылдан алып ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙе контролдә тотоу, геофизик тикшеренеүҙәр үткәреү һәм скважиналарҙы үҙләштереү өлкәһендә заманса ҡорамалдар һәм технологиялар менән тәьмин итә. Компанияның партнёрҙары — «Роснефть» нефть компанияһы, «Газпром нефть» һәм башҡалар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-21/v-ufe-radiy-habirov-dal-start-zapusku-novoy-ustanovki-po-pererabotke-gaza-3775963

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика