
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Дыуан районының урта звено медицина белгестәрен урындағы дауаханаларға һәм поликлиникаларға йәлеп итеү йәһәтенән эшен билдәләне. Муниципалитеттың 2023 йылда күрһәткестәре 102,8 тәшкил иткән.
Район хакимиәте етәксеһенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Абдуллин һөйләүенсә, 2024 йылда медицина учреждениеларына дүрт фельдшер һәм туғыҙ шәфҡәт туташы ҡабул ителгән, шулай уҡ Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән 10-дан ашыу табиптың килеүе көтөлә. Бынан тыш, профилле колледжды тамамлаған 46 белгестең 11-е менән эшкә алыу өсөн маҡсатлы контракттар төҙөлгән.
«Һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, күренеп тора, комплекслы эш алып барыла. Яҡшы һөҙөмтә өсөн киләһе йылда Мәсәғүт педагогия колледжын капиталь ремонтларбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ Сибайҙа, Белорет районында һәм Өфөлә план күрһәткестәренә өлгәшелгән. Ғафури, Бөрө, Ҡыйғы, Балтас, Мәсетле һәм Ейәнсура райондары юғары күрһәткестәргә ирешкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Кушнаренко, Краснокама һәм Благовар райондарында был күрһәткестәр түбән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.