Башҡортостанда 16 июндә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә ҡарата «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркын асыу һәм «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамын уҙғарыу планлаштырыла. Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы белдерҙе.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Салауат районында «Салауат ере» мемориаль паркының әҙерлеге хаҡында һөйләне:
- Бер аҙна элек урында подрядсы менән бергә ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙек. Яҡшы итеп әҙерләнеп өлгөрөрбөҙ тигән ышаныс бар. Юлы ла, урыны ла һәйбәт.
- Аҡса бүлдек, туристар өсөн күркәм урын урын барлыҡҡа килә. Иң мөһиме - геройыбыҙҙың тыуған ерен хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.