Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәт итеүсе граждандарға бер тапҡыр бирелә торған түләү тәртибен билдәләнеләр. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Бер тапҡыр бирелә торған 205 мең һум аҡса Өфөнөң граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктының хәрби комиссариат менән берлектә республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә ебәргән исемлектәре нигеҙендә тәғәйенләнә.
Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе исемлектәр килгән көндән алып 10 көн эсендә (эш көндәрендә) республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге күсерә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров контракт буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бер тапҡыр 205 мең һум түләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Тейешле документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Килешеү төҙөгән яугиргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләнә. Шуның 205 мең һумы - Башҡортостандан, ә 195 мең һумы Рәсәйҙең Оборона министрлығынан бүленә, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Ярҙам сараһы хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәки мобилизация буйынса саҡырылған һәм быйыл 1 майҙан 1 сентябргә тиклем Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөргә ҡарар иткән хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла.
Указ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда һәм Башҡортостанда ойошторолған башҡа подразделениеларҙа хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөгәндәргә ҡағылмай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.