Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май , 11:43

Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау 24 майҙа хәмерһеҙ уҙғарыла

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы
Фото:Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы

Башҡортостанда «Һуңғы ҡыңғырау» Мәғариф министрлығы билдәләгән көндә - 24 майҙа үткәрелә. Республика ҡануниәтенә ярашлы, был байрамда сауҙа нөктәләрендә алкоголь һатыу тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Сауҙа министрлығында. Ләкин тыйыу дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай.

Республика властары «уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн» һуңғы ҡыңғырауҙы алкоголһеҙ үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостанда шулай уҡ яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатырға ярамай.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-14/v-bashkirii-posledniy-zvonok-proydyot-24-maya-bez-alkogolya-3766033

Автор:Элина Әхмәтова
Читайте нас: