Бөгөн, 14 майҙа, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашҡан власть органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә һәм төҙөүселәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Был эш 2023 йылда уңышлы тамамланды.
2017 йылда ошо эште башлағанда республикала 170 проблемалы объект бар ине, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. Йылдар буйына хәл ителмәгән мәсьәлә күп ғаиләләр өсөн бик ауыр тема булды.
«Оло тырышлыҡ һәм ныҡышмалы системалы эш менән шундай һөҙөмтәгә өлгәштек. 15 меңгә яҡын кешенең хоҡуҡтарын тергеҙҙек. Йәмғеһе 98 йортто төҙөп бөттөк. Илдең барлыҡ төбәктәре лә был проблеманы хәл итмәгән әле. Беҙгә ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мөһим роль уйнаны, улар намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу йәһәтенән ҙур эш башҡарҙы. Йәмәғәт структураларына ла рәхмәт белдерәм», — тине Радий Хәбиров.
Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү эше ил президенты ҡушыуы буйынса алып барылды, тип билдәләне республика етәксеһе.
Биләмәләрҙе үҫтереү фонды булышлығында 2020 йылдан 4300-ҙән ашыу кеше 12,2 миллиард һумдан күберәк компенсация алған. 27 йорт төҙөлөшөн тамамлау өсөн 9,4 миллиард, шул иҫәптән республиканан 1,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. 1,5 меңгә яҡын кеше фатирлы булған.
Радий Хәбиров шулай уҡ хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаевҡа, төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшовҡа алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.