Башҡортостан Башлығы 2024 йылда республиканың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында «Һабантуй» халыҡ байрамын ойоштороуҙың яҡынса графигын раҫланы. 2024 йылдың 14 ҡул ҡуйылған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, беренсе һабантуй Әбйәлил районында 25 майҙа була, башҡа район-ҡалаларҙа һабантуйҙар июндә уҙғарыла.
Башҡортостан хөкүмәтенә район һәм ҡала хакимиәттәре менән берлектә халыҡ байрамын үткәреүҙе ойоштороуҙы тәьмин итергә, республика Башлығы хакимиәтенә иһә байрам сараларында ҡатнашыу өсөн республика дәүләт органдарының вазифалы кешеләре исемлеген раҫларға ҡушылды.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам үткәрелгән урындарҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойоштороу, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына йәмәғәт тәртибен һаҡлау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын күреү бурысы йөкмәтелде.
Указдың тексына һабантуйҙар үткәреү графигы беркетелгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.