Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май , 11:19

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һалҡынса һауа торошо һаҡлана

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һалҡынса һауа торошо һаҡлана. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, урыны менән -3, -5° һалҡынайтып, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе көтөлә.

13 майҙа урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, төндә көньяҡта көслө ямғыр. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, +6°, урыны менән 0, -5 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшә, көндөҙ +7, +12°.

14 майҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән -3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ +10, +15°.

15 майҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән -3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшә, көндөҙ +10, +15°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-13/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-sohranitsya-prohladnaya-pogoda-s-zamorozkami-3762631

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: