Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май , 11:10

Өфөлә ҡотҡарыусылар көслө ел һәм ҡырау тураһында иҫкәртә

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, Өфөлә 8 майҙа киске сәғәт 8-ҙән 9 май киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. 9 майҙа төндә ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, урыны менән 20 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +1, +3°, көндөҙ +8, +10°.

10 майҙа урыны менән бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, көсәйгәндә 20 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә 0, +2°, урыны менән -2° һыуытып, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ иһә +7, +9°.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, алдағы тәүлектә Өфөлә көслө ел һәм ямғыр яуыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-08/v-ufe-spasateli-preduprezhdayut-ob-usilenie-vetra-i-zamorozkah-3758138

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: