Өфөнән 98 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Родион Григорьевич Лобанов Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнаша. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итте.
«Родион Григорьевич — ысын герой. Күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ул I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Ленинградты обороналаған өсөн», 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менн бүләкләнгән. Ветерандың да бик күп юбилей миҙалдары бар. Быйыл Еңеү көнөн ул Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡаршылай, унда тотош илдән йөҙләгән ветеран саҡырылған. Түҙемлек, батырлыҡ, намыҫлылыҡ өсөн барлыҡ ветерандар алдында баш эйәбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ!», — тип яҙа ул.
1943 йылдың декабрендә, 18 йәшендә, Родион Григорьевич Ленинград фронтына эләккән. Командир ҡушыуы буйынса, 1944 йылдың февралендә ул дошмандың «Кәкүген» юҡ итеү өсөн бер тәүлек ҡарҙа ятҡан. Был уның сыҙамлығының һәм батырлығының бер миҫалы ғына.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә Еңеү көнөнә ҡарата Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.