Башҡортостанда 7 майҙан Өфөнән Кемеров өлкәһенә рейстар арттырылды. Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, хәҙер республикала йәшәүселәр Кузбасҡа аҙнаһына ике тапҡыр — шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә оса ала.
Билдәле булыуынса, юлға өс сәғәткә яҡын ваҡыт кәрәк. Пассажирҙарҙы илебеҙҙә етештерелгән Sukhoi Superjet 100 самолеттары хеҙмәтләндерә.
Бынан алдараҡ Өфөнән Дағстанға авиаосоштар арттырылды.