
Башҡортостан төҙөкләндереү кимәле буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәре иҫәбенә инә. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалының «Честно говоря» тапшырыуында Дәүләт Думаһы депутаты, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Павел Качкаев белдерҙе.
«Бөгөн республика Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса төҙөкләндереүгә (шул уҡ ҡыйыҡтар, подъездар) бик күп көс һала. Илдә бындай төбәктәр аҙ. Беҙ ҡала мөхите буйынса алдынғы өсәү-бишәү иҫәбендә — Мәскәү өлкәһе һәм башҡалар менән бергә», — тине спикер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров тәҡдим иткән «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса 2019 йылдан 1326 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Ошо маҡсатҡа биш йылда 6,2 миллиард һумдан ашыу бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән.
Йыл һайын төҙөкләндереү халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә, атап әйткәндә, 2023 йылда — 50 мең, ә программа ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып 400 меңдән ашыу кеше уның һөҙөмтәһен тойған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.