Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май , 15:12

Өфөнөң Ленин исемендәге паркында төҙөкләндереү эштәре башлана

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндереү тураһында әйтте. Эштәрҙе быйыл уҡ башларға йыйыналар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хөкүмәт бинаһы янындағы паркта республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйылды.

Радий Хәбиров ял итеү урынын күркәмләндереү йәһәтенән баш ҡала халҡы менән кәңәшләшергә ҡушты.

«Иң мөһиме – яҡшы концепция уйлап, фекер алышыуға сығарыу. Сөнки кешеләр һәр ағас һәм таш өсөн һораясаҡ, сөнки был – үҙәк парк», – тип билдәләне республика етәксеһе.

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, төҙөкләндереү концепцияһын әҙерләй башлағандар. Реконструкцияланған паркты 2024 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-06/v-ufe-nachnetsya-blagoustroystvo-parka-imeni-lenina-3755503

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: