09:29 (UTC+5), 06 Мая 2024

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыла

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева

Өфөлә Еңеү көнөнә ҡарата Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыла. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ҡала башлығы Ратмир Мәүлиев әйтте.

Байрам уңайынан бүләктәр йыйылмаһында «Лента» сауҙа селтәренә 10 мең һумлыҡ сертификат, электр юрғаны һәм һауа дымландырғыс бар. Уның дөйөм хаҡы 15 мең һум тәшкил итәсәк.

Мэр әйтеүенсә, бындай йыйылма 58 кешегә тапшырыла.

Еңеү көнө алдынан шулай уҡ 2284 ветеранға Башҡортостан Республикаһы Башлығы, ҡала советы рәйесе һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы исеменән ҡотлау хаттары таратыла.

«Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнеүселәр һәм бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары өсөн дә бүләктәр бар.

«Йыл дауамында ветерандарҙың өйҙәренә барып, юбилейлы тыуған көндәре менән ҡотлау, бүләктәр тапшырыу планлаштырыла. Ветерандарҙың һәм уларҙың туғандарының мөрәжәғәттәре буйынса ҡала бюджеты аҡсаһы иҫәбенә торлаҡҡа ремонт яһала. 2023 йылда ике ветерандың фатирында ремонт эштәре  башҡарылды, 2024 йылда әлегә ундай мөрәжәғәттәр юҡ», — тип һөйләне Ратмир Мәүлиев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-06/v-ufe-ko-dnyu-pobedy-uchastnikam-velikoy-otechestvennoy-voyny-vruchat-podarki-3755468

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика