

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында хоккей ҡумтаһы барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Сибай Утарбаевтың социаль селтәрҙәге яҙмаһына һылтанма менән «Баймаҡ хәбәрҙәре» гәзите яҙа.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Баймаҡ районына эш сәфәре барышында уҡытыусылар һәм ата-әсәләр республика етәксеһенән заманса хоккей ҡумтаһы һораны, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Радий Хәбиров республиканың Спорт министрлығына ошо мәсьәлә менән шөғөлләнергә ҡушты.
Оҙайлы май байрамдарында барлыҡ ҡорамалдарҙы өс прицеп таҡҡан «КамАЗ»дар менән Нефтекама ҡалаһынан тейәп алып ҡайтҡандар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Иҫке Сибайҙа «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән 375 уҡыусы өсөн яңы мәктәп асылды. Белем биреү учреждениеһы биләмәһендә хәрәкәтле уйындар өсөн — өс, тыныс ял өсөн ике майҙансыҡ урынлашҡан. Физкультура-спорт зонаһында ике баскетбол, волейбол һәм еңел атлетика майҙансыҡтары, футбол майҙаны бар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.