Май башында Өфөлә «башҡорт сакураһы» сәскә атҡан. Ҡала халҡы алһыу сәскәле алмағасты шулай тип йөрөтә. Был ағастарҙың күбеһе Зәки Вәлиди урамында, Ленин исемендәге паркта, үҫеп ултыра. Өфөләр йыл да унда фотоға төшөргә, ғаилә менән ял итергә ярата.
Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, ҡаланың башҡа майҙансыҡтарында ла япон сейәһенә оҡшаш ағастар бар. Мәҫәлән, Аксаков исемендәге баҡсала бер нисә йыл элек алһыу төҫтә сәскә атҡан ун декоратив алмағас ултыртҡандар.
Дендрологтар матур кадрҙар яратыусыларға ашығырға кәңәш бирә, сөнки «сакура» бер аҙна тирәһе сәскәгә төрөнөп ултыра, һуңынан уның алһыу таждары ҡойола башлай.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.