10:07 (UTC+5), 03 Мая 2024

Башҡортостан яугирҙәре Донецк Халыҡ Республикаһында мәсет төҙөй

Фото: Башҡортостан Башлығының Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин
Эдуард Ҡусҡарбәков

Салауат Юлаев исемендәге башҡорт ирекле батальоны яугирҙәре Донецк Халыҡ Республикаһында мәсет төҙөй. Хәрбиҙәрҙең башланғысы тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостан Башлығының Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин хәбәр итте.

Командирҙың «Амин» позывнойлы сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, батальон имамы әйтеүенсә, яугирҙәр махсус хәрби операция зонаһында урындағы мәсеттәргә иркенләп йөрөй алмай. Шуға күрә үҙҙәренә мәсет төҙөргә тигән ҡарарға килгән.

«Беҙ — мосолман республикаһы яугирҙәре. Әммә беҙҙең Донбасс мәсетенә инергә мөмкинлегебеҙ юҡ. Шуға үҙебеҙҙекен төҙөргә булдыҡ. Хәрбиҙәр төҙөлөшкә ыңғай ҡарашта, ваҡыттары булһа, улар ҙа ошо эштә бик әүҙем ҡатнаша»,  — тине «Амин».

Башҡорт яугирҙәренең башланғысы урындағы халыҡты дәртләндерҙе, тип билдәләне Артур Йомағужин. Уларҙың күптәре изге ғәмәлгә ҡушылған. Мәсетте 16 июндә — Ҡорбан байрамында асыу көтөлә.

«Донбаста ла мосолмандар йәшәй, улар беҙҙең башлаған эште хуплай. Урындағы халыҡтың тыныс төҙөлөштө ҡыуанып ҡабул итеүен күреүе бик күңелле булды. Беҙгә урындағы дин әһелдәре килә. Улар имамыбыҙ һәм христиандарҙың дин әһеле менән тығыҙ аралаша. Бер-береһе менән мәсетте нисегерәк һалыу тураһында кәңәшләшәләр. Шул рәүешле беҙ Башҡортостанда ғына түгел, яугирҙәребеҙ хеҙмәт иткән махсус хәрби операция зонаһында ла мосолмандар менән христиандарҙың үҙ-ара дуҫ йәшәүенә тағы бер тапҡыр инанабыҙ», - тип билдәләне Артур Йомағужин.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән килешеү буйынса Башҡортостандан ҡарағай бүрәнәләре, таҡталар һәм бурсалар килтерелгән. Шулай уҡ республикабыҙҙың төҙөлөш материалы Донецк Халыҡ Республикаһында Табыныу өсөн тәре төҙөүҙә ҡулланылған. Уны «юлаевсылар» мәсет урынынан 300 метр алыҫлыҡта ҡуйған.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-05-03/voiny-iz-bashkirii-ustanovili-v-dnr-poklonnyy-krest-i-stroyat-mechet-3751960

видеонан скриншотвидеонан скриншот
Фото: видеонан скриншот
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика