

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала мәктәп туҡланыуы системаһын үҙгәртеп ҡороу тураһында һөйләне. Республиканың мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе бер нисә тапҡыр илдә иң яҡшы тәжрибә тип танылды, тип билдәләне ул.
«Беҙ был эште үҙгәртеүгә ирештек. Ләкин тынысланырға ярамай — мәсьәлә бик мөһим. Һөҙөмтәлерәк эшләү өсөн беҙ республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ҡарамағында социаль туҡланыу идаралығын булдырҙыҡ. Идаралыҡ мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡланыуҙы, шул иҫәптән халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса пландан тыш тикшереү үткәреү өсөн яуаплы.
Ошондай тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, проблемалар бар әле. Әммә динамика бик яҡшы. Бер йыл эсендә ашнаҡсыларҙың ризыҡ әҙерләү технологияһын боҙоу осраҡтары һиҙелерлек кәмене», — тип яҙа ул социаль селтәрҙә.
Радий Хәбиров шулай уҡ аккредитацияланған лабораторияның эше тураһында иҫкә төшөрҙө. Беренсе кварталда унда социаль учреждениеларҙың ашханаларынан 1087 өлгөнө анализлағандар.
«Беләм, ялыуҙар бар. Ҡайһылары конкрет башҡарыусыларҙың, туҡланыуҙы ойоштороусыларҙың йәки ашхана хеҙмәткәрҙәренең эшләп еткермәүенә бәйле. Ҡайҙалыр баланың теләгенә тап килтерә алмайбыҙ, бында барыһы ла индивидуаль, — тине республика етәксеһе. — Иң мөһиме, бындай осраҡтар һирәк».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.