Бөгөн, 2 майҙа, Өфөгә Түбәнге Новгородтан дүрт палубалы «Александр Пушкин» теплоходы килеп туҡтаны. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, круиз лайнеры республиканың баш ҡалаһында 3 майға тиклем тора.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов һүҙҙәренсә, «Александр Пушкин» теплоходы менән Өфөгә 120-нән ашыу турист килгән. Улар өсөн ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап бай программа әҙерләнгән.
«Башҡортостан туристар өсөн ҡыҙыҡлы, шуға күрә республика йылға туризмын үҫтереү буйынса ҙур эш алып бара», — ти Руслан Ғарипов.
«Александр Пушкин» круиз лайнеры Өфөнән 3 майҙа киске сәғәт 8-ҙә ҡуҙғала, уның артабанғы туҡталышы — Алабуға.
Транспорт министрлығында билдәләүҙәренсә, 2024 йылғы навигацияла Башҡортостанға 20 теплоход килеүе күҙаллана. Иртәгә, 3 майҙа, Өфөгә тәүге тапҡыр дүрт палубалы «Виссарион Белинский» теплоходы килә. Ул Түбәнге Новгород — Ҡазан — Һамар — Тәтеш — Түбәнге Кама — Өфө — Алабуға — Ҡазан — Түбәнге Новгород рейсын башҡара. Шулай уҡ 3 майҙа Дуҫлыҡ монументында өс палубалы «Н. А. Некрасов» һәм «Александр Бенуа» теплоходтары туҡтай. 5 майҙа — өс палубалы «Михаил Кутузов», ә 7 майҙа ике палубалы «Александр Свешников» лайнерының килеүе көтөлә. 8 майҙа Өфө өс палубалы «Бөйөк Русь» лайнерын ҡаршылай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.