Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2024, 10:27

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал

Майҙың тәүге көндәре Башҡортостан халҡын йылы көндәр менән ҡыуандырмай. Синоптиктар фаразынса, алдағы көндәрҙә республикала һалҡын һауа торошо көтөлә.

Бөгөн, 2 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, иртән төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +7, +12°.

Йома, 3 майҙа, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, төндә төньяҡта ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән 0, -5° һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ +6, +11°.

Шәмбе, 4 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы, төндә иһә урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°,урыны менән 0, -5°һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин,  көндөҙ +4, +9°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-02/v-nekotoryh-rayonah-bashkirii-vypadet-dozhd-so-snegom-3749589

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас