Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 27 апрелдә Шишмә районына эш сәфәре барышында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик парк биләмәһендә «Хәтер баҡсаһы» акцияһында ҡатнашты.
«Хәтер баҡсаһы» акцияһы оло әһәмиәткә эйә. Беҙ ағас ултыртып ҡына ҡалмайбыҙ, был бик яҡшы күренеш, сөнки тәбиғәтте һәм урманды үҫтерәбеҙ. Ләкин иң мөһиме, бөгөн ултыртылған һәр үҫенте Советтар Союзының Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион гражданы иҫтәлегенә бағышлана», - тине Радий Хәбиров, сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Өс йөҙ йүкә һәм Ҡырым ҡарағайы үҫентеләрен ултыртыуҙа шулай уҡ Херсон өлкәһе губернаторы урынбаҫары – Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағында Херсон өлкәһенең даими вәкиллеге етәксеһе Владимир Боделан, көс структуралары етәкселәре, Белорет һәм Мәләүез райондарынан «Патриот» паркына хәрби йыйынға килгән 10-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырым Республикаһы «Рәсәй» күргәҙмә-форумында Башҡортостанға Ҡырым ҡарағайын тапшырғайны. Был ҡарағай ҡаҡшамаҫ һәм мәңгелек дуҫлыҡ символына әүереләсәк. Ул 500-600 йыл йәшәй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.