
Башҡортостан яугире дүрт көн буйына махсус хәрби операция барған участкаларҙың береһендә емереклектәр аҫтында ятҡан. Ул аңын юғалтҡан, ләкин иҫән ҡалған. «Ҡайтыр» позывнойлы яҡташыбыҙ тураһында «Башҡортостандың халыҡ фронты» телеграм-каналы хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, яугир үҙ подразделениеһы составында алышта ҡатнашҡан. Отряд дошман уты аҫтына эләкһә лә, бурысын үтәгән. Әммә «Ҡайтыр» яраланғандан һуң иҫен юғалтып, емереклектәр аҫтында тороп ҡалған. Алыш тынғас, иптәштәре яу урынына килеп, уны ҡотҡарған. Уларҙың береһе Бишбүләктән «Колос» позывнойлы яугир булып сыҡҡан.
Хәҙер «Ҡайтыр» госпиталдә дауалана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡайтыр» уҙған йылдың аҙағында илдең оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Ошо ваҡыт эсендә бер нисә хәрби операцияла ҡатнашҡан. Шуларҙың береһендә ул Георгий таҫмалары беркетелгән бронежилет тапҡан, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.