Башҡортостан Ырымбур өлкәһенең ташҡындан зыян күргән райондарынан — 200, шулай уҡ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан ике мең баланы ҡабул итергә әҙерләнә. Уларҙы Мәләүез районының «Дуҫлыҡ» лагерына урынлаштыралар. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Ярҙам итербеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда республикаға, элекке йылдарҙағы кеүек үк, Луганск һәм Донецк балалары килә. Ведомство уларҙың Дондағы Ростовтан Өфөгә килеп ҡайтыу графигын әҙерләгән. Шулай уҡ балаларҙы ял иттереү һәм һауыҡтырыу ойошмалары билдәләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Белгород өлкәһенән 500-гә яҡын бала Башҡортостанда. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, улар Илештең «Орлёнок» балалар сәләмәтләндереү лагерына һәм Әбйәлил районының «Берёзки» ял йортона урынлаштырылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.