12:15 (UTC+5), 25 Апреля 2024

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Азат Ғиззәтуллин

25 апрелдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ҡабаттан тергеҙелде. Ошо осорҙа 39 ауыл еңеүсе булды. 2019 йылдан алып унда бөтәһе 3 меңдән ашыу ауыл, 30 меңгә яҡын әүҙемсе һәм меңдән күберәк ирекмән ҡатнашҡан. Конкурстың төп маҡсаты – айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу, яҡшы  ғәмәлдәргә рухландырыу.

Йылдан-йыл конкурс популярлыҡ яулай бара. Башҡортостан тәжрибәһе менән күрше төбәктәр: Удмурт Республикаһы, Татарстан, Яҡутстан, Һарытау, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы ла ныҡ ҡыҙыҡһына.

Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә һәм төбәк хөкүмәте булышлығында тормошҡа ашырыла.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һүҙҙәренсә, конкурстың төп һөҙөмтәһе – ауылдарҙағы ыңғай күренештәр. Конкурста ҡатнашыу һәм еңеү ауыл халҡының йәшәү рәүешен үҙгәртә, уларҙың мәҙәни сараларға, спортҡа ҡыҙыҡһыныуы арта, алкоголгә тартылыу кәмей. Ә иң мөһиме – халыҡ дуҫыраҡ йәшәй башлай.

2024 йылда «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре:

«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Бөрйән районы, Байназар ауылы;
II урын – Иглин районы, Ҡалтыман ауылы;
III урын – Учалы районы, Сәфәр ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Йәрмәкәй районы, Әбделкәрим ауылы;
II урын – Салауат районы, Әлкә ауылы;
III урын – Яңауыл районы, Байғужа ауылы.

«Урта тораҡ пункттар»номинацияһында:

I урын – Хәйбулла районы, Оло Әбеш ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Степановка ауылы;
III урын – Тәтешле районы, Сорғолды ауылы.

«Бәләкәй тораҡ пункттар»номинацияһында:

I урын – Асҡын районы, Төлгөҙбаш ауылы;
II урын – Саҡмағош районы, Иҫке Ихсан ауылы;
III урын – Стәрлебаш районы, Түбәнге Аллағыуат ауылы.

Алты миллион күләмендәге приз «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһы еңеүсеһенә тапшырыла. Башҡа номинацияларҙа еңеүселәргә иһә 5, 4 һәм 3 миллион һум аҡса, бүләктең суммаһы ауылдың ҙурлығына ҡарап билдәләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-25/v-ufe-nagradili-pobediteley-respublikanskogo-konkursa-trezvoe-selo-3742888

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика