Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак Республика менән идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында белдереүенсә, пляж миҙгеле рәсми рәүештә асылғанға тиклем һыу инеү хәүефле.
«Һыуға һәм ҡомға экспертиза, лаборатор тикшереүҙәр үткәрелгәс кенә республиканың барлыҡ пляждарына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм Роспотребнадзорҙан рөхсәт ҡағыҙҙары тапшырыла. Ҡырағай урындарҙа һыу инеү йоғошло сирҙәр, эсәк инфекцияларын ҡуҙғытыусылар һәм паразиттар менән «осрашыу» хәүефе менән янай», — тип иҫкәртте ведомство етәксеһе.
Эксперт һүҙҙәренсә, яҙғы ташҡын осоронда һыу аҫтында ҡалған шәхси ҡоҙоҡтар, скважиналар һәм башҡа объекттарҙағы һыуҙы ла көнкүрештә ҡулланырға ярамай.
«Һыу ҡайтҡас, уны лабораторияға алып барып тикшертергә, таҙартырға, дезинфекция үткәрергә кәрәк, шунан һуң ғына эсергә мөмкин, сифатты муниципалитеттар менән берлектә контролдә тотабыҙ. Әгәр бындай мөмкинлек юҡ икән, граждандарға һыуҙы ҡайнатып эсергә һәм файҙаланырға кәңәш ителә», — тине эфир ҡунағы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.