Башҡортостанда юл эшселәре ҡайнар асфальт менән соҡорҙарҙы ямау эшенә тотона. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта асфальт-бетон заводтары асылды. Аҙна һуңына тиклем республика ҡалаларында һәм райондарында тағы 15 асфальт-бетон заводы тулы көскә эшләй башлар тип көтөлә. Төҙөлөш миҙгелендә республикала йәмғеһе 32 завод эшләй, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы үҙенең телеграм-каналында.
«Әлегә заводтар эшләмәгән урындарҙа юлдарға һалҡын асфальт түшәйбеҙ. Республика һәм муниципаль-ара юлдарҙағы 17 мең соҡорҙоң 12,5 меңе ямалған. Быйыл ҡыш юл япмаһы һауа температураһы бер түбәнәйеп, бер күтәрелеүҙән ныҡ зыян күрҙе. Яйлап юлдарҙа тәртип булдырырбыҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.