Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 12:12

Республиканың ҡайһы бер райондарында дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

23 апрелгә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Улар — Әлшәй, Бүздәк, Мәләүез, Шишмә райондары, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Йыл башынан Әбйәлил һәм Белорет райондарында бөтәһе 1,4 гектар майҙанда ике урман янғыны теркәлгән.Барыһы ла һүндерелгән. Әле янғын осраҡтары юҡ», —  тип белдерҙеләр ведомствола.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Был осорҙа янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар ҡуйыла (шул иҫәптән усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү тыйыла, граждандарҙың урмандарға барыуы сикләнә һәм башҡалар).

Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн10-20 мең һум штраф ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-23/v-nekotoryh-rayonah-bashkirii-prognoziruetsya-4-klass-pozharnoy-opasnosti-3738790

Видео:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: