Журналистарҙың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм блогерҙар менән осрашыуҙа Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү тураһында һорауына яуап биреп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡалала тормошто уңайлыраҡ итеү төп маҡсат булыуын әйтте.
«Был ҡалала таҙалыҡты һәм тәртипте тәьмин итеү, ремонт эштәре аша башҡарыла. Икенсе бурыс — федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә Өфө тураһында белдереү. Рәсәйҙең дипломатик корпусы алдында сығыш яһағанда, барыһын да үҙебеҙгә тантаналы сараларға саҡырҙым. 30-31 августа бик күп саралар ойошторола», — тине республика етәксеһе.