Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Палестинанан Рәсәйгә эвакуацияланған сит ил граждандарын төбәктәргә бүлеү бурысы йөкмәтелде. Ошо документҡа ярашлы, илебеҙҙең 12 субъекты барлығы 1447 ҡасаҡты ҡабул итергә тейеш.
Был төбәктәр иҫәбендә Башҡортостан да бар. Республика 250 кешене ҡабул итергә әҙерләнә. Бынан алда «Башинформ» республикаға Палестинанан 8 мәжбүри күскенсенең килеүен хәбәр иткәйне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, «республикаға, ныҡлы төбәк булараҡ, ошондай бурыстар йөкмәтелде һәм быға етди ҡарарға кәрәк».