

16 апрелдә Республика йортонда 16 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов менән осрашты. Улар төбәктәге ташҡынға бәйле хәлде һәм республиканың янғын йәһәтәенән хәүефле миҙгелгә әҙерлеген тикшерҙе.
Марат Латипов һүҙҙәренсә, Башҡортостанда тотороҡло хәл һаҡлана. Ағиҙел, Дим һәм Оло Ыҡ йылғаларында 16 апрелгә һыуҙың аҙ күтәрелеүе билдәләнә. Белорет районының Ар Ташы ауылы янында Ағиҙел йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 9 сантиметрға артҡан. Шишмә районының Бочкарев ауылы эргәһендә Дим йылғаһының һыу кимәлебер тәүлектә 24 сантиметрға күтәрелгән. Эҫем, Инйәр һәм Әй тау йылғаларында һыу кимәле максималь кимәлгә еткән. Ә бәләкәй дала йылғаларында уның кимәле кәмей. Йомағужа һәм Павловка һыуһаҡлағыстары — тултырыу режимында, ә Нөгөш һыуһаҡлағысы һыу ташлау режимында эшләй. Павловка һыуһаҡлағысының эш графигына ярашлы, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында максималь кимәл 21-23 апрелгә фаразлана.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контролендә 16 муниципалитет, унда 102 йорт яны биләмәһе, 343 баҡса участкаһы, 21 автомобиль юлы участкаһы һәм һигеҙ күпер һыу аҫтында ҡалған. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ һәм баҡса йорттарын һыу баҫмаған.
Марат Латипов республика биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса өҫтәмә саралар күрергә тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән янғын хәүефе янаған 187 тораҡ пункт, 62 баҡса ширҡәте һәм 45 балалар һауыҡтырыу лагеры билдәләнгән.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә, шуға бәйле Марат Латипов 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итте.
«Эҫе осорҙа янғын сығыу хәүефе арта, урмандарҙа ут таралыу хәүефе барлыҡҡа килә. Шуға күрә янғынға ҡаршы режим усаҡ яғыуҙы, сүп -сар яндырыуҙы тыйыуҙы, шулай уҡ халҡыбыҙҙың именлеген тәьмин иткән башҡа сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота», - тине Марат Латипов.
Осрашыуҙа шулай уҡ төбәктең янғынға ҡаршы хеҙмәттәренең матди базаһын нығытыу мөмкинлектәре ҡаралды.
Ҡабул ителгән саралар республикала янғынға ҡаршы хәлде тотороҡло һаҡларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда республика биләмәһендә янғындар һаны — һигеҙ, ә утта һәләк булғандар һаны 13 процентҡа кәмегән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.